ТЕЛӘКТӘРЗЕҢ ИЗГЕЛӘРЕН ТЕЛӘ

Текст данного стихотворения на башкирском языке, а на видео читается по-татарски.

 

ТЕЛӘКТӘРЗЕҢ ИЗГЕЛӘРЕН ТЕЛӘ

 

Озакламай Вакыт хәбәр итер
Безгә яңы йылдың киләһен.
Бындай сакта теләк теләйзер бит
Теләктәрең барзыр – телә һин;
Һәм уларзың изгеләрен телә:
Имен килеп, имен китһен тип,
Һәр бер көнө матур эштәр менән
Төнө төштәр менән үтһен тип;
Кышы карлы, йәйе парлы булһын,
Кайырылып уңһын игендәр,
Көз буралар тулһын…
Туйзар булһын –
Китмәс өсән килһен килендәр.
Килендәрзең кулъяулыгы менән
Бүләкләнһен шишмә юлдары,
Һәр кайһыһы берәр малай тапһын,
Икешәрзе тапһын уңганы.
Теләктәрзең изгеләрен телә;
Бала сакта мин дә теләнем.
Ак мамыктай хыялдарга сумып
Уткәне бар озон төндәрзең.
Таң атыуга ләкин бик күбеһе
Томандарзай осоп таралды.

Якын тигәндәрем йыраклашты,
Мамык тигәндәрем каралды.
Теләктәрзе байтак югалттык без,
Югалтманык бары өмөттө.
Шул өмөт бит беззе һаклап калды,
Караңгыны якты көн итте.
Теләктәрзең изгеләрен телә:
Бәхеттәрзең телә зурыһын,
Шатлыктарзың, көтмәгәндә килеп,
Көлә торгандарын – нурлыһын;
Мөхәббәттең гүмерлеһен телә,
Тыуһа, үлмәс өсөн тыуһын тип.
Мин теләйем тик бер генә теләк:
Теләктәрең кабул булһын тип.

Әнгәм Атнабаев, 1964.

Ссылка на основную публикацию